

Кешене кәмһеткән, ҡайғыртҡан, асыуландырған һүҙҙәрҙе әйтмәҫкә тырышайыҡ. Әйтергә тейеш булған урында иһә насарҙың, ямандың исемен әйтмәй генә еткерәйек. Ә рәхмәт һүҙен әйтергә оялмайыҡ. Ошо матур һүҙҙе әйтә торған кешеләребеҙ күп булһын. Кешеләргә генә түгел, ә үткән көнгә, иртән уянғанға, бөгөн эскән-ашаған ризыҡҡа, күргән, осраштырған кешеләргә, беҙҙе донъяға килтергән әсәй-атайыбыҙға, туғандарыбыҙға, хеҙмәттәштәребеҙгә рәхмәт әйтеп йөрөйөк. Хатта беҙҙе үҙ итеп бөтмәгәндәргә лә рәхмәт әйтәйек. Сөнки тап ундайҙарҙың булғанына беҙ яҡшыраҡ булырға тырышабыҙ.
Рәхмәт һүҙе яҡшылыҡҡа ҡаршы белдергән ризалыҡ, ҡәнәғәтлек тойғоһон аңлата.
Һеҙҙең дә, дуҫтар, рәхмәт әйтә торған кешеләрегеҙ, мәлдәрегеҙ күп булыуын теләйбеҙ!