

Көҙ көнө гөрләп ҡош-ҡорт өмәләре уҙҙы. Элекке кеүек көндөң туңғаҙығанын көтмәйҙәр хәҙер беҙҙә. Һәр кемдең туңдырғыс һандығы бар. Беҙҙең ике һыуытҡыстан башҡа өс туңдырғыс та ҡаҙ, өйрәк, бройлер менән шыпа тулды. Егермеләгәне ҡалаға “осто”.
Ҡош-ҡорттоң бер нәмәһен дә әрәм итмәйбеҙ. Тауыҡтыҡынан башҡа барыһының да баш-тәпәйен алабыҙ. Бәлеш бешергәндә, холодец эшләгәндә һалып ебәргәйнем бик тәмле булды. Матур булһа, ҡаҙҙың эсәген дә йыуып алырға иренмәй торғайныҡ. Бешеренгәндә маргарин ҡулланмайын, ошо үҙебеҙ үҫтергән ҡош-ҡорттоң эске майын һалам.
17 ҡаҙ бер һуғымлыҡ тиһәләр ҙә, беҙ йыл һайын эре мал да һуябыҙ. Уныһының яртыһын һатабыҙ йә туғандар менән бүлешеп алабыҙ. Туған-тыумасаны йыйып, һуғым ашына саҡырып, эске ойоштормай ғына йола үтәйбеҙ. Борондан килгән ғөрөф-ғәҙәт бит инде был, уны оноторға ярамай. Йола тотҡан хур булмаҫ тигән бит халҡыбыҙ. Йола булғас, уны үтәргә кәрәк. Атай-олатайҙар рухына доға ҡылып, һуғым ашын шулай үткәрәбеҙ.
Шөкөр, ҡышҡа етерлек майы ла, ите лә бар. Ҡалала йәшәгән балаларға ла етә, туғандарға ла өлөш сығарҙыҡ. Быйылғы ямғырлы йылда үлән матур булғас, һыйырҙар ҙа һөтлө булды. Теге өс туңдырғыстың береһе эремсек, май, ҡорот менән тулды. Быйыл ҡуйыртылған һөт эшләргә өйрәнеп алдым. Уныһы һыйыр һыу алып быҙаулағанғанға тиклем етәсәк тип торам әле бына.
Хатта эремсек, ҡороттан һуң эркет һыуын да түкмәй, туңдырып ҡуйҙым. Ҡышын иретеп, ҡоймаҡ болғарға бик тә ярап ҡала ул.
Бына шулай йәшәп ятҡан булабыҙ. Минең бер бикәм онотҡанда бер ауылға ҡайтҡан була ла, эй, ауылда шул тиклем рәхәт, бөтә ризыҡ үҙеңдеке тигән була. Рәхәтме-ҡыйынмы икәнлеген ауылда йәшәгән кеше үҙе генә белә инде. Аяғың тыпылдамаһа – ауыҙың шапылдамай тип әйтеп булмай бит инде үҙеңдән оло кешегә.