Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
10 Июль 2025, 05:05

"Фанта" ны үҙебеҙ ябайыҡ

Рецебы ябай ғына: 

Өс литрлы банка өсөн кәрәк:

Банканың яртыһына тиклем таҙартылған абрикос
2-3 әфлисун телеме
1 телем лимон
1 стакан шәкәр ҡомо.

Таҙа банкаға абрикос, әфлисун, лимон һалабыҙ.
Шәкәр ҡомо һәм банка тулғансы ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ.
Тимер ҡапҡас менән ябып нығытабыҙ.
Банканы әйләндереп, юрғанға төрәбеҙ ҙә, һыуынғансы шулай ҡалдырабыҙ.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас