1. Колорадо ҡуңыҙын ҡул менән йәки һепертке менән биҙрәгә йыйып, һуңынан юҡ итергә.
2. Колорадо ҡуңыҙы яратмаған үҫемлек төнәтмәләре менән йәшел өлөшөн эшкәртергә. Мәҫәлән, ябай әрем, ялан ҡырҡбыуыны (полевая хвощ), календула, гәрсис (горчица), һуған ҡабығы...... Ҡояштың нуры төнәтмә үҙенсәлектәрен юҡҡа сығара, шуға кискеһен һиптерергә.
3. Көл менән эшкәртеү. Картуф һабағын колорадо ҡуңыҙы ашамаһын өсөн сәскә атҡанға тиклем һәм сәскә атҡандан һуң һибелә.
4. Гәрсис онтағы (горчичный порошок) менән эшкәртеү. Йәй буйына 3 тапҡыр һибергә. Картуф һабағын эшкәртеү өсөн иретмәне нисек әҙерләргә? 1 литр һыуға 3 аш ҡалағы гәрсис онтағы һалып, 48 сәғәт төнәтергә. Унан был концентраттты 10 литр һыу менән бутарға. Эҫе һыу булһа һәйбәтерәк, төнәтмә 6 сәғәттән әҙер буласаҡ. Артабан 50 грамм ваҡланған һабын ҡушып, картуф һабаҡтарына һиптереп сығырға.