Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
11 Июль 2025, 00:55

Яҡшы ял нимә ул

Арымаһаң да ял итеү кәрәкме? Белгестәр әйтеүенсә, ял бик кәрәк. Башҡа ла, тәнгә лә, күңелгә лә. Ә нимә һуң ул ял?

Яҡшы ял нимә улЯҡшы ял нимә ул
Яҡшы ял нимә ул

Яҡшы ял — ул кәйефте күтәрә, көс-дәрт өҫтәй, күңелде тынысландыра торған ваҡыт. Кемдер өсөн ул тәбиғәттә йөрөү, икенселәргә дуҫтар менән осрашыу, китап уҡыу йәки яратҡан шөғөл менән мәшғүл булыу. Яҡшы ял ваҡыты — ғаилә менән аралашыу, үҙеңде тыңлау, яңы тәьҫораттар алыу, сәләмәтлеккә файҙа килтереү.

Яҡшы ялдан һуң кеше яңырғандай була, эшкә дәрте арта, тормошҡа ҡарашы ла яҡтыра. Ялды дөрөҫ ойоштороу — үҙеңде яратыу, үҙеңә хәстәрлек күрһәтеү ул.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас