Ғалимдар картуфтың организмға күберәк зыян килтереүе, унан һимереүҙәре тураһындағы һүҙҙәрҙе инҡар итә алған. Картуф С һәм В витаминының бар төрҙәренә бай икән. Тик картуф файҙалы булһын өсөн уны һыуҙа, мейестә йәки ҡабыҡлы итеп бешерергә кәрәк. Ә бына ҡыҙҙырылған картуф (фри), чипсы ысынлап та зыянлы, тип белдергән ғалимдар.
Тимәк, картуфты күберәк ултыртырға кәрәк, дуҫтар!