Ғәйеп – башҡа кире хис-тойғолар кеүек үк, кешенең уңышҡа ирешеү һәм камиллыҡҡа ынтылыу юлында ҡаршылыҡ булып тора. Ошо тойғо менән йәшәгәндәргә тормоштоң йәме юғала, ул үҙен эстән “ашай”.
Аҡланмағыҙ! Кеше бер ҡасан да, бер кем алдында ла аҡланырға тейеш түгел һәм бер кем алдында ла бурыслы түгел. Әлбиттә, әгәр ул ысынлап ғәйепле икән, яза алырға йәки ғәфү үтенеүе шарт, әммә бер ҡасан да “Мин ғүмерлек ғәйеплемен” тип йәшәргә ярамай.
Гел генә нимәнелер иҫбатламағыҙ. Ниндәй ҡарар ҡабул итһәгеҙ ҙә – ул һеҙҙең һайлау хоҡуғы.
Яуаплылыҡты буш комплекстарҙан айырырға өйрәнегеҙ, шул саҡта ғәйеп тойғоһо һеҙгә тыныс, матур йәшәргә ҡамасауламаҫ. Юғиһә үҙ-үҙеңде ашау һеҙҙе кеше, шәхес булараҡ бөтөрәсәк.
Үҙегеҙҙе ғәйепләүҙән туҡтағыҙ. Уны бер нисек тә үҙгәртеп булмай икән, был хәҡиҡәтте ысын күңел менән ҡабул итеп, иң мөһиме үҙегеҙҙе ғәфү итегеҙ. Үткәндәр ҡайтмай, ә тормош дауам итә.
Тормошта төрлө хәлдәр була. Кеше проблема менән осрашырға, ауыр хәл кисерергә мәжбүр. Күңелдә ғәйеп тойғоһо ауыр хәтирә булып йөрәк түрендә уйылмаһын. Был күңелһеҙ хисте әленән-әле хәтерләү яраларҙы уңалтмай бит. Шуға ла уларҙы онотоғоҙ. Элек башҡарған эшегеҙ йәки ваҡ-төйәк буш комплекстар өсөн үҙегеҙҙе “ашамағыҙ”, уларға тормош тәмен томаларға ирек ҡуймағыҙ. Көнгәктәр һеҙгә бәхет теләй!