Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
26 Июль 2025, 02:05

Алма повидлоһы

Алманы йыуып, турап, кәстрүлгә тултырабыҙ.

Алманы йыуып, турап, кәстрүлгә тултырабыҙ.

Төбөнә алма йәбешеп көймәһен өсөн өҫтөнә стакан ярым һыу һалабыҙ. Томалап бешерәбеҙ, ара-тирә болғатабыҙ. Әгәр алма бешеп бөтмәйенсә йәбешергә уйлай икән, һыу һалыгыҙ тағы әҙ генә. Үҙегеҙ самалағыҙ. Алма иҙелеп бешкәс, төйәбеҙ, блендер менән әйләндереп алабыҙ ҙа, дуршлаг аша һөҙәбеҙ. Бер ауырлығы юҡ, сүбе бик аҙ ҡала, һөҙгөс аша үткәргәндә, туҡмаҡ бменән төрткөләп төшереү еңел. Шул һөҙөлгән массаны үлсәп 1 килограмға 1 килограмм шәкәр һалып бер 40 минут самаһы ҡайнатабыҙ. Беренчс көндә минеке 40 минут ҡайнаны, икенсе көн бер сәғәт.

Әгәр һеҙгә ҡуйы повидло түгел, икмәккә яғып ашарҙай пюре кәрәк булһа шәкәрен кәметеп ҡайнатыуын да кәметеп эшләгеҙ. Ҡайнар килеш банкаға тултырабыҙ.
Үҙегеҙгә артыҡ эш яһамағыҙ, дуҫтар, әрсеп, иттартҡыстан үткәреп маташмағыҙ. Төйөп, блендер аша ваҡлағас, эше бик тиҙ.

Мәрйәм Миңлеғолова рецебы.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас