

Банка төбөнә укроп, 5 бөртөк ҡара борос һалып ҡыярҙың остарын ҡырҡып, үҫкән яғы менән аҫа ҡаратып тығыҙлап, тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп 10-15 минут тотабыҙ һәм икенсе һауытҡа бушатып, тоҙлоҡ яһайбыҙ: 4 аш ҡалағы өймәйенсә шәкәр ҡомо, 2,5 аш ҡалағы өймәйенсә тоҙ һалып ҡайнатып сығарабыҙ. Һуңынан уны кире банҡаға ҡоябыҙ, 4 теш һарымһаҡ, 80 гр аш һеркәһе ҡойоп, ҡапҡасын ябып, нығытып, банканы әйләндереп ҡуябыҙ.