Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
4 Августа 2025, 13:05

Ҡыярҙан ҡабымлыҡ

Кистән ҡыярҙы турап, ҡалған ингредиенттарын һалып бутаным да төнгөлөккә ултыртып ҡуйҙым.

Ҡыярҙан ҡабымлыҡҠыярҙан ҡабымлыҡ
Ҡыярҙан ҡабымлыҡ

Кистән ҡыярҙы турап, ҡалған ингредиенттарын һалып бутаным да төнгөлөккә ултыртып ҡуйҙым.
Иртүк кенә таҙа банкаларҙы эҫе һыуҙа сайып, 9% уксус менән сайҡатып буласаҡ салатты тултырҙым.
Ҡапҡастар айырым стерилләнә.

Ҙур кәстрүлгә йылыраҡ һыу һалып, аҫтына таҫтамал йәки берәй сепрәк түшәйем. Банкаларҙы теҙеп сығам, һыу банканың яртыһынан күберәк кимәлдә булһын.
Ҡайнап сыҡҡандан һуң (с момента закипения) 10-15 минут яй ғына утта ҡайнатырға.
Банкаларға һалып япҡас, түңкәреп ҡуйырға. Йылы итеп төрөргә лә мөмкин.

4 кг ҡыяр
5-6 тырнаҡ һарымһаҡ (30 грамм)
5 ҡалаҡ өймәләм йәшел укроп
1 ҡалаҡ ҡара борос
1 ҡалаҡ ҡыҙыл борос
3 ҡалаҡ тоҙ
1 стакан көнбағыш майы
1 ҡалаҡ 70% уксус эссенцияһы.
Төнгөлөккә ҡалдырмай 1-2 сәғәт ултырып торһа ла ярай. Буташтырып ебәреп банкаларға һалырға ла һыулы бакта (водяная баня) 10-15 бешереп алырға ғына ҡала....

Айгөл Иҙрисова сәхифәһенән алынды.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас