Яңауыл районының Байғужа ауылында йәшәгән Фәриха апай Матнурова бәйләү, тегеү, сигеү кеүек ҡул эштәренән тыш, халыҡ медицинаһын ныҡлы өйрәнә, төрлө дарыу үләндәре йыя, шифалы майҙар, төнәтмәләр эшләй.
- Үләндәрҙең артығы кәрәкмәй. Үҙегеҙгә килешкәнән белеп файҙаланһағыҙ – шул етә. Мин пәйғәмбәр тырнағы (календула), мәтрүшкә, мелисса, боланут, кесерткән, әрем, энәлек, аҡ сәскә, сиренде яратып ҡулланам. Мәҫәлән, сирен һыҙлаған быуындарға килешә, – тип халыу дауалары серҙәре менән уртаҡлашты Фәриха Сәйҙел ҡыҙы.
Беҙгә ул әрем майы эшләү рецебын өйрәтте. Бындай майҙы йыл һайын эшләй икән.
- Әремдең өҫкө өлөштәрен генә йыйырға. Банканың яртыһына туралған (ваҡланған) үләнде һалып, өҫтөнә таҙартылмаған көнбағыш майы ҡойорға. Бер ай ҡараңғы урында тотҡас, һөҙөп алырға. Әрем майы – быуындар һыҙлағанда шәп дауа. Йәрәхәттәр урынына һөртөргә мөмкин. Һеңер тартылып, аяҡ-ҡул һыҙлағанда килешә. Шулай уҡ был май иң аҙған хәлдәге ангинаны ла дауалау көсөнә эйә, - тип үҙе белгән серҙәр менән уртаҡлашты Байғужа ағинәйе.
Үләндәр менән дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Сәләмәт булығыҙ!
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Сығанаҡ: "Башҡортостан гәзите" төркөмө.