

“Огонек” рецебы һораусылар күбәйҙе. Хәҙер ашарға ла, ҡышын ашарға ла бына тигән инде!
3 кг помидор,
бер стакан иҙелгән һарымһаҡ
ярты стакан уксус (9 процентлы),
2,5 аш ҡалағы тоҙ, 4 бөртөк әсе борос, бер стакан шәкәр ҡомо алабыҙ. Мин шәкәрҙе ярты стакан һалдым. Барыһын да ит тартҡыстан сығарҙым.
Ике аҙналап өҫтәлдә тора. Әсемәй. Һөт шешәләрен йыуып, уксус менән сайҡап, шунда тултырҙым. Һыуытҡыста урын юҡ. Аш менән ашарға бына тигән була. Өсбошмаҡ, бәлеш, манты һәм башҡа ит ризыҡтарына ла шәп соус. Элек керән менән эшләй инем, быныһы нығыраҡ оҡшай.
Яһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ!
Тәскиә апайығыҙ.
Автор фотоһы.