Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
14 Август 2025, 02:05

Шөкөр итә белһәң, еңелерәк...

Ошолар хаҡында белә инегеҙме?

Шөкөр итә белһәң, еңелерәк...Шөкөр итә белһәң, еңелерәк...
Шөкөр итә белһәң, еңелерәк...
  1. Кешегә нимәнелер ғәҙәткә индереү өсөн уртаса 66 көн кәрәк.
  2. Мәғлүмәтте күҙҙе йомоп иҫтә ҡалдырырға тырышҡанда, ул еңелерәк хәтерҙә ҡала.
  3. Кешенең мейеһе һәм ашҡаҙаны тығыҙ бәйләнгән. Шуға күрә ҡайһы бер кисереш, айырыуса борсолоу ашҡаҙанға ныҡ тәьҫир итә.
  4. Кеше образын һәм кешене ысынбарлыҡта булғанса яратыу - ике төрлө нәмә.
  5. Хыялды ҡағыҙға яҙһаҡ, беҙ уны анығыраҡ күҙ алдына килтерәбеҙ.
  6. Кешелектең бөтә тойғоларынан еҫ һиҙеү хәтер менән тығыҙ бәйле.
  7. Үҙ уйыбыҙ хаҡында уйланыу - юғары интеллект билдәһе.
  8. Һәр кешелә өс шәхес йәшәй: ул үҙен кем тип ҡабул итә, уның тураһында башҡалар ни уйлай һәм ысынында кем булыуы.
  9. Хыялый башҡаларға ҡарағанда йышыраҡ төш күрә һәм уларҙы хәтерендә ҡалдыра.
  10. Ғаилә һәм яҡын дуҫтар - бәхетле бала саҡтың иң мөһим сығанағы.
  11. Тыныс һөйләшкәндә, әңгәмәсе өҫтөнән хакимлыҡ итеү бик еңел. Бигерәк тә бәхәс ваҡытында.
  12. Шөкөр итә белгән кешеләргә бәхетле булыу еңелерәк.
  13. Ике телдә һөйләшкәндәргә Альцгеймер сире билдәләрен кисектерергә мөмкин.
  14. Ғашиҡ кешенең үҙен тотошо нервыһы ҡаҡшауы менән сирләгән кешенең тәртибенә оҡшаш.
  15. Мәғлүмәтте иҫтә тотоуҙың иң һөҙөмтәле ысулы - һәр 30-50 минут һайын 10 минутлыҡ тәнәфес яһау.
  16. Кеше дуэт йырлаған пары менән тығыҙ эмоциональ бәйләнештә була.
  17. Әгәр имтихан алдынан бөтә кисерештәрең тураһында ҡағыҙға яҙһаң, был юғары билдә алырға ярҙам итә ала.
  18. Йоҡоһоҙлоҡ ярһыу тыуҙыра һәм депрессия барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра.
  19. Кеше өсөн иң киң таралған биш ҡот осҡос төш: ҡайҙандыр ҡолау, эҙәрлекләү, хәрәкәтһеҙ ҡалыу, ҡайҙалыр һуңлау һәм яҡынының үлеме.
  20. Кеше бәҙрәфкә барырға теләгәндә ҡарарҙарҙы тиҙерәк ҡабул итә.

Л. ИШКИЛДИНА әҙерләне.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас