

Сейәләрҙе аралап, сирлеләре, ҡортлолары эләкмәһен өсөн таҙалап, йыуып , таҫтамалға йәйеп һалып һыуын һурҡытаһың. Эмаль һауытҡа һалып, шәкәр ҡомо (5:0,1 иҫәбенән, йәғни 5 кг. сейәгә 100 гр шәкәр ) һибеп яҡшылап болғатаһың да, өҫтөнә ҡайнап торған һары майҙы (1:2 иҫәбенән, йәғни 1кг. сейәгә 2 кг.май) ҡояһың. Яҡшылап болғатаһың да һыуынғансы онотоп тораһың. Тулыһынса һыуынған майҙы, яҡшылап ябып баҙға, йәки һыуытҡысҡа һаҡларға ҡуяһың.
Был сейәле йәки башҡа емешле май бик тәмле булһын өсөн, мотлаҡ үтәлә торған серҙәре бар.
1). Һары майҙың күләмен сейәнән йәки башҡа емештән 2 тапҡырға күберәк алырға кәрәк;
2). Май мотлаҡ ҡайнап торорға тейеш;
3). Ҡайнап торған майҙы емешкә ҡойғас та, ҡапҡас ябып томалап ҡуйып, яйлап һыуынғанын көтөргә.
4). Шәкәр, емешкә ҡайнар майҙы ҡойоп болғатыр алдынан һалына, ул тулыһынса иреп емешле майҙың тәмен көсәйтә. Ә балды иһә ҡайнар май емешкә ҡойолоп, болғатылып, ярты һыуынғас ҡына һалаһың. Был балдың ҡиммәтле, файҙалы матдәләрен һаҡлар өсөн эшләнә. Әммә емешкә икеһенең береһен генә: йәки шәкәр, йәки бал ғына һалаһың. Икәүһен дә һалһаң ныҡ татлы, приторный була.
Өҫтә яҙылғандарҙы тулыһынса үтәргә кәрәк.
Сөнки:
Беренсенән май емеш күләменән аҙ, йәки бер кимәлдә булһа, сейәле, ҡарағатлы, еләкле май түгел, ә майлы сейә һәм башҡа майлы емеш була. Тәме лә бөтөнләй икенсе.
Икенсенән ҡайнап сыҡҡан май саҡ ҡына һыуынһа ла емеш бешеп өлгөрмәй. Емеше бешмәгән майҙы оҙаҡ һаҡлап булмай, ул әсей.
Өсөнсөнән ҡайнар май ҡойолған емеште томалап ябып, яйлап һыуытһаң, емеш тулыһынса бешә, хатта һөйәге лә йомошаҡ ҡына була.
Дүртенсенән шәкәрҙе, балды емештең татлылығына ҡарап һалырға кәрәк. Былай ҙа үтә татлы емештәргә шәкәр, бал һалмаһаң да ярай. Сейәле майҙарығыҙ тәмле булһын!
Зильда Хамидуллина.
Сығанаҡ: "Ватандаш" журналы төркөмө.