Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
16 Август 2025, 15:29

Әле "Огонек" яһанығыҙмы?

Бындай “Огонек” бер ҡасан да әсемәй! Помидорҙы әрәм итмәгеҙ!

“Огонек” рецебы һораусылар күбәйҙе. Хәҙер ашарға ла, ҡышын ашарға ла бына тигән инде!
3 кг помидор, бер стакан иҙелгән һарымһаҡ, ярты стакан уксус (9 процентлы), 2,5 аш ҡалағы тоҙ, 4 бөртөк әсе борос, бер стакан шәкәр ҡомо алабыҙ. Мин шәкәрҙе ярты стакан һалдым. Барыһын да ит тартҡыстан үткәрергә.
Ике аҙналап өҫтәлдә тора. Әсемәй. Һөт шешәләрен йыуып, уксус менән сайҡап, шунда тултырһаң да ярай. Аш менән ашарға бына тигән була. Өсбошмаҡ, бәлеш, манты һәм башҡа ит ризыҡтарына ла шәп соус. Керән менән эшләһәң дә була, әммә быныһы хәтәр тәмле!
Яһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ!

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас