

2 кг ҡыяр, 2 кг помидор, ярты кг һуған, ярты кг кишер, 300 гр перловка ярмаһы,тоҙ бер ҡалаҡ (өйөп), шәкәр 1 -2 ҡалаҡ (өйөп), 4-5 ҡалаҡ аш һеркәһе, ярты стакан май, борос төйөлгән бер балғалаҡ, лавр 4-5, яратҡан кеше ике ҡалаҡ томат пастаһы һалһағыҙ була, бөтә йәшелсәне бер сама турағыҙ, перловканы һыуға һалып ҡайнатып алығыҙ, бешермәгеҙ, һыуын тугеп, һалырға әҙер торһон, башта һуған, кишерҙе ҡыҙҙырығыҙ, унан һуң ҡыяр, помидор, перловка һалына, тәмләткестәр, 45 минут бешә, бутҡаға әйләндермәгеҙ
Тиҙ һәм еңел.
Стериль банкаларға тултырып, одеял аҫтында тотабыҙ. Һалҡын урында һаҡлайбыҙ.
"Лилия тәм-томнары" төркөмө.