Алоэ. Был гөлдөң япраҡтары бүлеп сығарған махсус матдәләр линолеумдан таралған ағыуҙы йота. Алоэ – кислород сығанағы. Шуға уны йоҡо бүлмәһенең иң түренә ҡуйығыҙ. Алоэ һуты тымау төшөү, ашҡаҙан ауырыуҙарын дауалай. Ә алған һәм икегә бүленгән япраҡтарын яраға ҡуйырға була. Ул яраларҙы тиҙ төҙәтә, яҡшы бер дезинфекция сараһы булып тора.
Ярангөл. Яран бүлмәлә йыйылған һауаны яңырта, микроб һәм артыҡ дымға ҡаршы көрәшә. Ә йәйен себендәрҙе ҡурҡыта. Был сәскә аш-һыу, йоҡо бүлмәһе өсөн яҡшы. Уның еҫе ҡан баҫымын төшөрә, йоҡлай алмағанда ярҙам итә.
Кактус. Ул компьютерҙан сыҡҡан нурланышты ла йота.
Миләүшә. Уларға ҡарау депрессиянан арындыра. Миләүшә бөтә бүлмәгә тура килә. Ул тынысландыра, төрлө төҫө менән өйҙең йәмен арттыра.
Фикус. Ул бүлмәне кислород менән байыта, туҙанһурғыс кеүек насар ағыуҙы йыя.
"1001 киңәш"
Автор фотоһы.