Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
18 Август 2025, 07:00

Төшлө емештән компотты йылдан ашыу һаҡламағыҙ.

Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай.


"Ике-өс йыл ултырған һуттарым, компоттарым бар". Таныш-тоноштан ошондай хәбәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын.
 
Баҡтиһәң, төшлө емеш һуттарын, ҡайнатмаһын оҙаҡ һаҡларға ярамай. Сейә, абрикос төшөндә амигдалин (В17 матдәһе) бар, аҙ миҡдарҙа ул рактан һаҡлай. Оҙаҡ торғанда, зыянлы синиль кислотаһына әүерелә.
 
Яңы ғына әҙерләнгән ҡайнатма, компоттағы амигдалин кеше сәләмәтлегенә зыян килтермәй. Оҙағыраҡ һаҡланған һайын синиль кислотаһы миҡдары арта. Шуға төшлө емештәрҙән ҡышҡы запастарҙы бер йылда ҡулланып бөтөргә кәрәк.

"Файҙалы кәңәштәр"

Төшлө емештән  компотты йылдан ашыу һаҡламағыҙ.
Төшлө емештән компотты йылдан ашыу һаҡламағыҙ.
Автор:
Читайте нас