Сауҙа үҙәгендәге хушбуй тестерҙары, иҫке чектар, ҡойолған ваҡ-төйәк аҡса, запискалар, кәнфит, шоколад ҡағыҙҙары һәм башҡа сүп-сар сумканы ғына түгел, башығыҙҙы ла “сүпләй”.
Тирә-яҡта тәртип булмай тороп, эске тәртип урынлаштырыу ҡыйын, ти психологтар.
Шуға күрә сумкала артыҡ бер нәмә лә булмаҫҡа тейеш. Фатирҙа, машинала, хатта сумкала тәртип – һау нерв системаһының төп шарты икән.
Сумка артыҡ әйбер менән тулһа, яҡшы түгел. Ҡайҙалыр табылған кәрәк-кәрәкмәгән биҙәнеү әйберҙәре, әллә нисә ватыҡ, яҙмаған ручка... Һәр нәмә сит бер энергетикаға эәй икәнлеген онотмайыҡ! Әлеге әйберҙәрҙең хужалары менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәр булһа, бигерәк тә! Ташлашҡан, аралашмаған партнерҙарығыҙҙың, шулай уҡ үҙегеҙ яратмаған кешеләрҙең әйберен йөрөтмәгеҙ сумкала, уға даими ревизия яһағыҙ, быны ҡағиҙә итеп алығыҙ. Сумканан сыҡҡан әйберҙәрҙе тикшереп, кәрәкмәгәндәренән ҡотолоу яғын ҡарағыҙ. Иҫке, һынғандарын йәлләмәй ташлағыҙ. Сумка һеҙҙең энергияның дауамы. Уны тәртипһеҙ рәүештә түгел, уйлап тултырығыҙ. Унда һеҙгә ышаныс һәм көс бирә торған иң кәрәкле, иң яратҡан әйберҙәрегеҙ булһа, шик-шөбһә юҡҡа сығыр, үҙегеҙҙе тыныс һәм ышаныслы тойорһоғоҙ. Ып-ысын!