Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
28 Август 2025, 01:05

Слива + помидор = ткемали соусы

Слива уңған йылды яһайым, бик оҡшай миңә.

Слива + помидор = ткемали соусыСлива + помидор = ткемали соусы
Слива + помидор = ткемали соусы

4 кг һөйәге алынған сливаны, 1 кг помидорҙы иҙелгәнсе бешерәм дә, иләк аша һөҙәм. 20 минутлап ҡайнатам, шунан 300 гр сарымсак, 3 әсе боросто иттартҡыс аша сығарып, стакан ярым шәкәр ҡомон, ике ҡалаҡ тоҙҙо, 15 гр "Хмели-сунели" тәмләткесен һалып бер сәғәткә яҡын болғата-болғата бешерәм. Ул байтаҡ кәмей, ҡуйыра. Стерилле банкаға ябыр алдынан балҡалаҡ осонда ғына лимон кислотаһы һалып болғаттым. Әскелтем-баллы, боросло соус була!

Розалия Ибраһимова.

Сығанаҡ: "Йорт.Бакча.Рецептлар".

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас