

Төрлө хәлдәрҙә «Вәсәҡәһем раббыһым, шарабан таһура» тип әйтергә кәрәклеген миңә лә ҡайынбикәм әйткәйне. Һалҡын ғына эсемлек эсер алдынан, тамағың шешмәһен өсөн, ошолай әйт, тине ул. Ысынлап та, бер ниндәй эҙемтәһеҙ үтте боҙло эсемлек эсеүем.
Социаль селтәрҙә Йәмилә Йәрмөхәмәтованың да шундайыраҡ комментарийы бар: "Бала саҡтан, йоҡлаһам да, мунсала ла, юлда ла, һыу эскәндә лә, кешелә йәки үҙемдә ашар алдынан да гел "Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Вәсәҡәһем раббым, шарабан таһура" тип уҡып йөрөй торған инем. 47-49 йылдар элек диндәге инәйем өйрәтте. Ныҡ ярҙам итә".
Асыҡ сығанаҡтарҙан.