Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
7 Сентябрь 2025, 07:02

ЙӘШӘҮ- ҮҘЕ БӘХЕТ БИТ УЛ

Сулпан Миңлебаеваның шиғыры ниндәй уйҙарға һалды, уҡыусым?! Хоҙай биргән ғүмергә шатланып йәшәйек, йәме? Бәхетте ситтән эҙләмәйек.


Кеше һәр саҡ бәхетле ул - шуны белмәй.
Ғүмер баҡый әллә ҡайҙан бәхет эҙләй.
Бәхет эҙләп, илдәр гиҙә, күктәр иңләй,
Тик бәхеттең ни икәнен аныҡ белмәй.

Аңлағанға - һәр атҡан таң йыуаныстыр,
Һәр бер күргән әйбер үҙе ҡыуаныстыр.
Йәшәү - үҙе бәхет бит ул, үҙе бәхет!
Уның өсөн кәрәк түгел таж һәм тәхет.

Нимәгәлер өлгәшеүҙә түгел бәхет,
Уның өсөн кәрәкмәй ҙә дан һәм шөһрәт.
Ташламаһын һәр әҙәмде тик һаулығы,
Һаулыҡ булһа килер уға көс һәм ҡөҙрәт.

Йәшәү үҙе бәхет бит ул, үҙе бәхет!
Ошо хаҡта аңлау фарыз. Тик шул ғына!
Яҙғандарым - бәхет эҙләп йонсоғанға
Бәхеткә юл табыр бер ым, ысул ғына.

Сулпан Миңлебаева

ЙӘШӘҮ- ҮҘЕ БӘХЕТ БИТ УЛ
ЙӘШӘҮ- ҮҘЕ БӘХЕТ БИТ УЛ
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас