Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
10 Сентябрь 2025, 01:05

Сәйгә тәмле ләүәш

Рецебы:

Сәйгә тәмле ләүәшСәйгә тәмле ләүәш
Сәйгә тәмле ләүәш

Кәрәк була:
Ҡара емеш, күрәгә, йөҙөм, грек сәтләүеге (100-әр гр).
Ныҡ эре итмәй генә турап, барыһын бергә бутайбыҙ.

Ҡамырға: 250 гр он, 1 десерт ҡалаҡ менән сода, 5 аш ҡалағы шәкәр, 1 йомортҡа, 200 гр бүлмә температураһында ителгән аҡ май, булмаһа көнбағыш майы ла бара, 6-7 аш ҡалағы ойоғанһөт.
Йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа 10 минут ял итергә ҡуябыҙ.

Табаны майлап, ҡамырҙы йәйеп һалабыҙ, ситтәрен бейегерәк итәбеҙ. Эслекте тигеҙләп сығабыҙ. 1магазин ҡаймағына (15% ) бер банка ҡуйыртылған һөт ҡушып бер масса килеп сыҡҡансы ныҡ ҡына итеп туҡыйбыҙ, эслекте өҫтөнә ҡойоп, 45минутҡа духовкаға ҡуябыҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас