

Ябай ғына эшләнә. Туҡлыҡлы. Тәмле.
Ҡамыр эшләр өсөн кәрәк була:
300-400 гр он
тоҙ
3 аш ҡалағы симешкә майы
1 стакан йылы һыу.
Эслек өсөн кәрәк була:
мундирҙа бешерелгән картуф
сыр (мин голланд сыры менән эшләнем).


Йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙҙа, 15 минут ял иттерәбеҙ.
Шул арала картуфты иҙәбеҙ ( һыу, һөт өҫтәмәй генә иҙәбеҙ), сырҙы эре ҡырғыс аша үткерәбеҙҙә картуф менән ҡушабыҙ. Бәләкәй генә түңәрәктәр эшләйбеҙ.
-Ҡамырҙы бүлеп алабыҙ ( нисә түңәрәк булды, шунса ҡамыр өлөшө кәрәк була)
- бәләкәй генә йәймәләр йәйәбеҙ
- уртаһына түңәрәктәрҙе һалабыҙ
- ҡамырҙы бөгөп сығабыҙ
- ипләп кенә ҡамырҙың эсендәге эслекте, ҡул менән баҫҡылап сығабыҙ, таралһын өсөн
- тукмас таяҡ менән яйлап ҡына, йәймәләрҙе лепешка формаһына тиклем ҙурайтып йәйәбеҙ
Табаны ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ.
Майламайбыҙ 
Лепешканы һалабыҙ, бешереп алабыҙ
Ҡыҫтыбый бешергән һымак инде.
Эҫе килештә, һыуык килештә нык тәмле була.
Эҫе килеш бүлеп ебәрһән, сыры һуҙылыыыып китә 


Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын


Уңғанбикәләр төркөмөнән алынды.