

Кәбеҫтә - 3 кг
Кишер - 0,5 кг
Һуған - 0,5кг
Помидор - 2 кг
Бешкән бәшмәк - 1,5 кг
Көнбағыш майы - 200мл
Һыу - 200мл
Тоҙ - 3-4 ҡалаҡ
Шәкәр ҡомо - 2 ҡалаҡ
Бөртөклө ҡара борос - 8-10 бөртөк
Лавр япрағы - 3-4 бөртөк
Уксус 9%-5 ҡалаҡ.
Иң беренсе һуғанды турап (полукольцами) майҙа 5 минут ҡыҙҙырып алабыҙ. Өҫтөнә ваҡ ҡырғыстан сығарған кишерҙе һалабыҙ һәм тағы ла 5 минут ҡыҙҙырабыҙ.
Ҙур кәстрүлгә сиратлап кишер менән һуғанды, кәбеҫтәне туҡмаслап киҫеп әҙерәк баҫҡылап, ыуалап һалабыҙ.
Помидорҙы ит турағыс аша үткәреп һалдым.
Бөтөн ингредиентын һалғас 50 минут быҡтырабыҙ.
Алдан бешереп туралған бәшмәкте һалғас тағы 10 минут ҡайнатыр кәрәк.
5 ҡалаҡ уксусты өҫтәгәс тағы 10-12 минут ҡайнаттым.
Стерилле банкаларға һалырға ғына ҡалды.
Бәшмәк (гөмбә) булмаһа ла тәмле булалыр ул был солянка.
Урманда булмаһа хәҙер магазин тулы бәшмәк.