Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
16 Сентябрь 2025, 03:05

ТЫН АЛА...

Бер айлыҡ сағында -Иҫләйһең? -Төн һайын тораһың тыңларға:Сабыйың ник тынған, иламай,Тын аламы? Эйе, тын ала.

ТЫН АЛА...ТЫН АЛА...
ТЫН АЛА...
Бер айлыҡ сағында -
Иҫләйһең? -
Төн һайын тораһың тыңларға:
Сабыйың ник тынған, иламай,
Тын аламы? Эйе, тын ала.
 
Бер йәшлек сағында -
Беләһең? -
Төн һайын инәһең тыңларға:
Балаҡай өшәнеп ятмаймы,
Тын аламы? Эйе, тын ала.
 
Ун йәшлек сағында -
Көләһең? -
Төн һайын һаман да тыңларға:
Ҡурҡыныс төштәрҙән азатмы,
Тын аламы? Эйе, тын ала.
 
Йөҙ йәшлек сағында -
Күрерһең! -
Төн һайын күктәрҙән тыңларға
Ай нуры булып үрелерһең:
Тын аламы? Эйе, тын ала.
 
(Алмас Шаммас)

"Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" төркөмөнән

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас