

Хәтерҙе мускул менән сағыштырырға мөмкин: көн һайын сыныҡтырып тормаһаң, йомшара башлай. Миҫалға, магазинға барыр алдынан һатып ала торған әйбер теҙмәһен телефонға яҙып ҡуябыҙ. Яңы танышыбыҙҙың исемен дә шунда теркәйбеҙ. Йәғни, хәтергә эшләргә лә, үҫергә лә ирек бирмәйбеҙ, ти психологтар.
Ғәҙәти булмаған эш менән шөғөлләнегеҙ.
Кеше гел еңел юл эҙләргә тырыша. Аҡыл үҫеше өсөн бынан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ. Ҡайһы ваҡыт, киреһенсә, үҙебеҙ өсөн ғәҙәти булмағанды, мәҫәлән, һул ҡул менән яҙып, һүрәт төшөрөп, теш таҙартып ҡарағыҙ. Һулаҡайҙарға, киреһенсә, уң ҡулды эшкә егергә кәрәк. Күңелдән генә 100-ҙән 1-гә ҡәҙәр һанағыҙ. Артыҡ еңел икән, 3 йәки 4 һан ҡалдырып һанағыҙ. Йә булмаһа, фильмды тауыш-тынһыҙ ҡарап, нимә тураһында һүҙ барғанлығын төшөнөргә тырышығыҙ. Ябай ғына ошо ғәмәлдәр баш мейеһен яҡшыраҡ эшләргә мәжбүр итә.
Физик күнекмәләр эшләгеҙ.
Кешенең физик торошо ла баш мейеһе эшсәнлегенә йоғонто яһай. Шуға күрә белгестәр бер аҙ булһа ла спорт менән шөғөлләнергә, тиҙ-тиҙ атлап күберәк йәйәү йөрөргә кәңәш итә. Дөрөҫ туҡланыу ҙа буй-һынды ғына түгел, баш мейеһенә тәьҫир итә.
Башығыҙҙы эшләтегеҙ.
Йоҡлар алдында көн дауамындағы ваҡиғаларҙы күңелдән генә барлап сығығыҙ. Китап уҡыған булһағыҙ, бүлектәренең нисек аталыуын, эшкә тиклем йәки эштән һуң осратҡан танышығыҙҙың кейемен иҫкә төшөрөгөҙ. Иртә менән өйҙән сыҡҡанда, мәҫәлән, ҡыҙыл төҫтәге әйберҙәрҙе йәки билдәле бер маркалағы машиналарҙы һанағыҙ. Магазинда һатып алған тауар хаҡын күңелдән иҫәпләп сығарығыҙ. Кассала түләгән хаҡ менән сағыштырығыҙ. Телефонда оҙаҡ ултырмаҫҡа тырышығыҙ. Гаджеттар иғтибар һәм хәтерҙе насарайта. Буш ваҡытта ҡулығыҙға ҡәләм алып, үҙегеҙ теләгән йәки иҫегеҙгә төшкән әйберҙәрҙең рәсемен төшерегеҙ.