

* Мөьмин кеше хыянат һәм ялғандан башҡа бөтә сифаттар менән тыумыштан уҡ мөһөрләнеп тыуа.
* Халыҡтың хөрмәтле бер кешеһе һеҙгә килһә, уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтегеҙ.
* Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн тип намаҙ уҡыған кешеләрҙең гонаһтары ла бына ошо япраҡтар кеүек ҡойолоп тора.
* Был дин – ҡаҡшамаҫ дин, унда йомшаҡлыҡ менән мөғәләмә итегеҙ.
* Аҡыллы кеше боҙоҡҡа ҡыҙыҡмай, изге дин хөкөмдәренә таянып йәшәй. Ә ахмаҡ бәндә башта боҙоҡҡа ҡағыла, һуңына Алланан мәрхәмәт көтә.
* Ата-әсәләр иҫән ваҡытта йә уларҙың береһенә, йә икеһенә лә изгелек эшләмәгәндәр йәннәткә инмәй. Ундайҙар нәфрәткә дусар. Нәфрәткә дусар булһындар инде.
* Эй, әҙәмдәр! Ҡиәмәт көнөндә һеҙ үҙ исемдәрегеҙ һәм атайҙарығыҙ исеме менән саҡырылырһығыҙ. Шуның өсөн балаларығыҙға гүзәл исемдәр ҡушығыҙ!
* Тәнегеҙ өсөн ғибәҙәттең ҡайһыһы еңел булыуын әйтәйемме? — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, ул - өндәшмәй тороу һәм күркәм холоҡ.