Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
22 Сентябрь 2025, 05:00

Иртән торғас та эҫе һыу эсегеҙ

Һыу эсеүҙең төп биш ҡағиҙәһе.

Иртән торғас та эҫе һыу эсегеҙИртән торғас та эҫе һыу эсегеҙ
Иртән торғас та эҫе һыу эсегеҙ

1. Ашаған ваҡытта һыу эсергә ярамай, сөнки ашҡаҙан һуты тарҡатыла. Уны йә ашауға тиклем 40 минут ҡалғас, йә ашағандан 1,5 сәғәт үткәс ярай.

2. Һыуыҡ һыу эсмәгеҙ. Һалҡын һыу эсәктәге ферменттарҙы "туңдыра", ҡан тамырын ҡыҫа, лимфа һәм ҡан әйләнешенә насар йоғонто яһай.

3. Һыуҙа йотомлап ҡына эсергә кәрәк. Ҡапыл эсһәң, бөйөргә көс төшә.

4. Иртән торғас та эҫе һыу эсһәң, эсәк эшмәкәрлеген көйләй, организмды уята.

Бына ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе ай дауамында тотҡан осраҡта һөҙөмтәһе күҙгә күренер. Тирегеҙ дымлыраҡ, сәсегеҙ нығынып китер. Иң мөһиме көсөгөҙ артыр.

 

Автор:
Читайте нас