Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
4 Октябрь 2025, 07:00

Октябрь айына һынамыштар

1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.

Октябрь айына һынамыштарОктябрь айына һынамыштар
Октябрь айына һынамыштар

 1 октябрҙә ел көнө буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр.

- 8 октябрь тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк.
– Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа.
– Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр.
– Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
– Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
– Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
– 1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.

"Башҡортса календарь"

Автор:
Читайте нас