Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
18 Октябрь 2025, 12:45

Тәбиғәттә йөрөү кешеләрҙе бәхетлерәк итә

Урман һәм яр буйы зоналарына барыу бәхет кимәлен көн буйына күтәрә. Кешеләр тәбиғәт мөхитендә — паркта, урманда, йылға йәки күл буйында ваҡыт үткәргән көндәрҙә үҙҙәрен һиҙелерлек бәхетлерәк тоя. Был һығымтаны Вена университеты психологтары яһай, улар тикшеренеү һөҙөмтәләрен The Journal of Positive psychology журналында баҫтырған.

Тәбиғәттә йөрөү кешеләрҙе бәхетлерәк итәТәбиғәттә йөрөү кешеләрҙе бәхетлерәк итә
Тәбиғәттә йөрөү кешеләрҙе бәхетлерәк итә

Ғалимдар Австрияның 2 меңдән ашыу кешеһенән һорау алып, йәшел йәки зәңгәр зоналарға ҡыҫҡа сәфәр ҙә дөйөм ҡәнәғәтлек кимәлен арттырыуын асыҡлаған. Был эффект депрессия йәки борсолоу ҡаҡшауҙары булған кешеләрҙә лә һаҡлана. Авторҙар билдәләүенсә, тәбиғәттең ығай йоғонтоһо йөрөү мәлендә генә сағылмай эмоциональ күтәрелеш көн дауамында һаҡлана. Шул уҡ ваҡытта һыу ятҡылыҡтарына барғандан һуң һиҙгерлектең артыуы күҙәтелә, быны тикшеренеүселәр эмоцияларҙы үҙ-үҙен көйләү ынтылышы менән аңлата.Һөҙөмтәләр раҫлауынса, тәбиғәт менән бәйләнеш психик һаулыҡты һаҡлау өсөн уңайлы ысул булып хеҙмәт итә ала, бигерәк тә терапия йәки дарыуҙар ауыр булған шарттарҙа.

 
Тәбиғәттә йөрөү кешеләрҙе бәхетлерәк итә
Тәбиғәттә йөрөү кешеләрҙе бәхетлерәк итә
Тәбиғәттә йөрөү кешеләрҙе бәхетлерәк итә
Тәбиғәттә йөрөү кешеләрҙе бәхетлерәк итә
Тәбиғәттә йөрөү кешеләрҙе бәхетлерәк итә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас