Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
24 Октябрь 2025, 16:00

Йәшәртә торған битлек

   

Йәшәртә торған битлекЙәшәртә торған битлек
Йәшәртә торған битлек

Был бик ябай һәм арзан рецепт. Бының өсөн дарыухананан киптерелгән ылымыҡ (ламинария) һатып алырға кәрәк.

Кәсәгә 2-3 балғалаҡ ылымыҡ һа­лабыҙ, 4-5 балғалаҡ ҡайнар һыу ҡойоп, бер төрлө массаға тик­­лем болғатабыҙ, өҫтөн ҡаплап, 5-10 минут бешекләйбеҙ.
Иң мөһиме - һыуҙы күп ҡойорға ярамай, юғиһә битлекте йөҙгә һыларға ауыр буласаҡ - ҡатнашма ағып бөтә.

Шулай уҡ бер нисә тамсы лимон һуты (майлы тире өсөн) йәки бер нисә тамсы рафинирланма­ған үҫемлек майы йәки А һәм Е витаминының майлы иретмәһе (ҡоро тире өсөн) өҫтәп була.

Бутайбыҙ һәм биткә 20-25 минутҡа һылайбыҙ.

Йылы һыу менән йыуып, йоҡ­ларға ятабыҙ. Аҙнаһына 3-4 тап­ҡыр битлек яһағанда, тире балҡый, тартыла, йәшәрә.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас