Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
25 Октябрь 2025, 16:00

Аҙналыҡ йондоҙнамә (27 октябрь - 2 ноябрь)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (27 октябрь - 2 ноябрь)Аҙналыҡ йондоҙнамә (27 октябрь - 2 ноябрь)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (27 октябрь - 2 ноябрь)

Ҡуҙы
Осор илһам килтерәсәк, әммә һәр аҙымды яҡшылап уйларға кәрәк. Көсөгөҙҙө яңы проектҡа йүнәлтегеҙ. Ҡыйынлыҡҡа ҡарамаҫтан, һеҙҙе уңыш көтә.

Буға
Йондоҙҙар бәләкәй, әм­мә мөһим еңеүгә мөмкин­лек бирә. Килем-сығымығыҙҙы конт­ролдә тотоғоҙ. Мөхәббәт гөр­ләп сәс­кә атасаҡ Хистәрегеҙ тура­һын­да асыҡтан-асыҡ һөйләү­ҙән ҡурҡмағыҙ.

Игеҙәктәр
Игеҙәктәрҙе аралашыу һәм мәғ­­­лүмәт өйөрмәһе көтә. Аҙнала та­ны­шыу, ҡы­ҙыҡлы тәҡдим һәм кө­­төл­мәгән яңы­лыҡ килә. Күңел то­ро­шоғоҙҙо күҙәтегеҙ.

Ҡыҫала
Осорҙа күптән онотол­ған эске конфликт ҡал­ҡып сығыуы ихтимал. Һеҙҙең һи­­­ҙем­­ләүгеҙ көсәйәсәк, эске тауы­шы­­­­ғыҙ­ға ыша­нығыҙ. Тү­ҙем­­ле булыу мө­­­һим.

Арыҫлан
Йондоҙнамә арыҫландарҙы са­ғыу ваҡиға, сығыш яһарға йәки мө­һим нәмәлә ҡатнашырға саҡы­ра. Мөхәббәт өлкәһендә һеҙҙе дәрт һәм яҡшы эмоция көтә.

Ҡыҙ
Ҡыҙҙар өсөн аҙна ваҡ-­тө­­йәккә иғтибар һәм эске ойош­то­­роу өсөн ҡулай. Уйҙы, эште тәр­типкә килтерергә ваҡыт. Яңы­лыҡ­ҡа күсергә ашыҡ­мағыҙ: баш­ланған эште тамамлағыҙ.

Үлсәү
Һығылмалылыҡ күрһәтергә тура киләсәк. Аҙна аралашыу, һөйләшеү һәм ижад өсөн көс-ҡеүәт бүләк итә­­сәк. Әммә татлы вәғәҙәләр ме­нән мауығып китмәгеҙ. Эс­ке тигеҙ­лек - һеҙҙең кө­сөгөҙ.

Саян
Йондоҙнамә саяндар­ға иҫ­ке эмо­циональ багаждан ҡото­лор­­ға мөм­­кинлек бирә. Аҙнала яҡын ке­шеләр менән ос­ра­шыу йә­ки һөй­ләшеү мөм­кин­ле­ге бар.

Уҡсы
Осор төр­­лө кеше менән арала­шыу, сәйәхәт планлаштырыу өсөн уңайлы. Эштә ғәҙәти сиктән сығып, стандарт булмаған ҡарар тәҡ­дим итеүҙән ҡурҡма­ғыҙ.

Ылаҡ
Ылаҡтар өсөн карьера ҡа­ҙаны­шы ваҡыты етә. Һеҙҙең маҡ­сатҡа ынтылышығыҙ һәм ны­ҡыш­малы хеҙмәтегеҙ, ниһайәт, емеш килте­рер. Финанс йә­һә­те­нән аҙ­на тотороҡло.

Һыуғояр
Эксперимент, ҡыйыу ҡарар өсөн бик яҡшы осор. Әммә уларҙы тирә – яҡтағыларға таҡмағыҙ. Ял көн­дә­рендә үҙегеҙҙе илһамландыр­ған фекерҙәшегеҙҙе эҙләгеҙ.

Балыҡ
Аҙнала һиҙгерлек - һеҙ­ҙең төп көсөгөҙ. Йондоҙҙар иҫ­кәртә: төшкә, символдарға иғтибарлы булығыҙ. Был күптәнге мә­сьәләне хәл итеүҙең асҡысын би­рә ала. Кәңәш: йөрәгегеҙҙе генә түгел, тәнегеҙҙе лә тыңлағыҙ – ул да күп нәмә һөйләй ала.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас