Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
7 Ноябрь 2025, 10:37

Аҙналыҡ йондоҙнамә (10 - 16 ноябрь)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (10 - 16 ноябрь)Аҙналыҡ йондоҙнамә (10 - 16 ноябрь)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (10 - 16 ноябрь)

Ҡуҙы
Һеҙҙе үҫеш өсөн мөмкинлек көтә. Осорҙа түккән тырышлыҡ үҙ емешен бирәсәк. Тәүәккәл эш итегеҙ, үҙегеҙгә юғары маҡсат ҡуйығыҙ.

Буға
Шәхси эштә, кәрәкле ке­ше менән бәйләнештә һәм интел­лектуаль эшмәкәрлектә уңыш кө­төлә. Ләкин йондоҙҙар физик һәм рухи яҡтан һаулыҡҡа күберәк ва­ҡыт бүлергә кәңәш итә.

Игеҙәктәр
Күптән хыялланған уңыш­­ҡа өлгәшеү өсөн мөмкинлек асы­ла. Эш итергә ҡурҡмағыҙ. Яңы та­­нышыу булыуы мөмкин: һеҙ иғ­ти­барығыҙҙы йәлеп иткән ҡы­ҙыҡ­лы кешене осрата алаһығыҙ.

Ҡыҫала
Башҡаларҙың кәңәш­тә­­ренә ышанмағыҙ, һиҙемләүегеҙ дөрөҫ юл күрһәтер. Дуҫтар менән аралашыу өсөн яҡ­шы ваҡыт. Ләкин ярат­ҡан кеше­геҙ­ҙе иғтибар­һыҙ ҡалдырма­ғыҙ.

Арыҫлан
Күберәк саф һа­уала йө­рөгөҙ, был стресты ба­ҫыр­­ға һәм йы­йылған кире күренеш­тән ары­ныр­ға ярҙам итер. Йон­доҙнамә әү­­ҙем эш иткәндәрҙе хуп­лая­сағын күрһәтә.

Ҡыҙ
Осорҙа һеҙ үҙегеҙҙә ли­дерлыҡ һәләтен тоясаҡһығыҙ. Аҙна ижад һәм үҙ-үҙеңде күрһәтеү өсөн яҡ­шы. Фантазия һәм ижади идея­ғыҙ­ҙы тор­мошҡа ашырырға ҡур­ҡмағыҙ. Ны­ҡышмалы эш көтөлмә­гәндә ың­ғай һөҙөмтә бирәсәк.

Үлсәү
Аҙна шатлыҡлы һәм ты­­ныс буласаҡ. Кистәрҙе яҡын­да­ры­ғыҙ менән бергә үт­кә­рер­­гә кәңәш ите­лә. Эштә ба­ры­һы ла яҡшы ки­­леп сыға, шуға кү­рә көн­сөл­лөк ме­нән осра­шыр­­ға мөм­кин.

Саян
Үҙгәрешкә әҙер булы­ғыҙ, был юлы ул лайыҡлы һө­ҙөмтә би­­рәсәк. Аҙ­нала эштә уңыш килте­рәсәк ҡарар ҡа­­бул итә алыр­һығыҙ.

Уҡсы
Осорҙа мөһим мәғлүмәт беле­үегеҙ ихтимал. Уйлан­ған план һәм маҡсат һеҙҙән күп көс һәм энер­гия талап итәсәк. Мөм­кинлек бул­ғанда, ял итегеҙ, ярат­ҡан шө­ғөлөгөҙгә ваҡыт бүлегеҙ.

Ылаҡ
Яҡындарығыҙ һеҙгә проб­­лема­нан ҡасырға яр­ҙам итәсәк. Өҫ­тә­үенә яңы танышыу яҡ­шы мө­нә­сә­бәткә әүерелеүе ихтимал. Эс­ке тигеҙлекте һаҡ­ла­ғыҙ.

Һыуғояр
Аҙна финанс планлаш­ты­­­рыу, алдағы сығым һәм аҡ­са ки­ле­ме графигын төҙөү өсөн бик ҡу­­лай. Һеҙ яҡындарығыҙ менән ара­ла­шыу­ҙан ҡәнәғәт ҡалыуға иҫәп то­та алаһығыҙ.

Балыҡ
Йондоҙҙар күптәнге бә­хәсте һәм ҡаршылыҡты хәл итеүҙе хуп­лай. Килешеү төҙөү өсөн яҡшы мәл. Асыҡ булығыҙ һәм ҡар­шы аҙым яһарға ҡурҡмағыҙ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас