Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
7 Ноябрь 2025, 10:15

Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар өсөн В12 витамины бик кәрәк?

   

Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар өсөн В12 витамины бик кәрәк?Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар өсөн В12 витамины бик кәрәк?
Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар өсөн В12 витамины бик кәрәк?

В12 витамины дефициты нервы системаһына һәм ҡан барлыҡҡа килтереү процесына йоғонто яһай. Был хәлдең насарайыуына, мускулдарҙың хәлһеҙлегенә, йөрәк һәм ҡан тамырҙарының ҡаты ауырыуҙарына килтереүе ихтимал.

В12 витамины етешмәүен күрһәткән билдәләр:

✓ Арығанлыҡ һәм баш әйләнеүе.
✓ Тырнаҡ һыныуы һәм сәс ҡойолоуы.
✓ Аяҡ-ҡул сәнсеүе һәм ойоуы.
✓ Хәтер һәм концентрация насара­йы­уы.
✓ Хәүефләнеү һәм кәйефтең ҡапыл үҙгәреүе.
✓ Анемия һәм тире аҡһыллығы.
✓ Арығанлыҡ һәм тын ҡыҫылыу артыуы.
✓ Йөрәк ритмы боҙолоуы.
✓ Күреү һәләте менән проблемалар.
✓ Телдең һарғылт төҫкә инеүе.

Оҡшаш билдәләр күрһәгеҙ, белгескә мөрәжәғәт итегеҙ! Менюға В12 витаминына бай булған аҙыҡ-түлекте: һыйыр бауырын, балыҡ, диңгеҙ продукттарын һәм сыр индерегеҙ.

Өҫтәмәләр ҡабул итер алдынан мотлаҡ рәүештә табип менән кәңәшләшегеҙ!

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас