Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
21 Ноябрь 2025, 11:00

НОЯБРҘӘ НИМӘ СӘСЕРГӘ?

Баҡсасы кәңәштәре

НОЯБРҘӘ НИМӘ СӘСЕРГӘ?НОЯБРҘӘ НИМӘ СӘСЕРГӘ?
НОЯБРҘӘ НИМӘ СӘСЕРГӘ?

Һуған. Күп шәкәр миҡдары сортлы һу­ған ҡышҡылыҡҡа ултыр­тыуға яраҡлы.

Кишер. Һыуыҡҡа һәм сәскә атыуға сы­ҙамлы уртаса өлгөрөүсе сорттар.
Көҙгөһөн сәселгән кишер иртә ҡулланыу өсөн ҡулай, ул оҙаҡ һаҡланмаясаҡ.

Укроп. Температураһы үҙгәреүенә сы­ҙамлы сорттар.

Петрушка. Көҙ аҙағында япраҡлы һәм тамырлы петрушка сәсһәң, иртә яҙын йәшеллек менән ҡыуанды­ра­саҡ, ә тамырлыһы эре тамыраҙыҡ барлыҡ­ҡа килтерергә өлгөрәсәк.

Салат. Түтәлдә үҙ аллы культура була­раҡ ҡына түгел, ә тығыҙлаусы булараҡ та сәсергә мөмкин, мәҫәлән, һарым­һаҡтың рәт араһына йәки теплицаның ситтә­ре­нә. Айсберг, Витаминный, Майский кеүек салат сорттары яҡшы.

Редис. Ҡышҡы сәсеү өсөн сыҙамлы, тиҙ өлгөрөүсе сорт һайлау мөһим.

Бер йыллыҡ үҫемлектәр. Пәйғәмбәр тыр­нағы, космея, агростемма, бер йыллыҡ йондоҙ сәскәһе, дельфиниум, алиссум, космея, лаватер, ҡытай ҡәнәфере, годеция, иберис һәм кохия сәсергә мөмкин

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас