

Ағас-ҡыуаҡтарҙың вегетация осоро тамам, уларҙың киләһе йылға сәскә бөрөләре формалашты. Сиренде өйҙә сәскә арттырып булғанын беләһегеҙме?
Декабрь башында бер нисә сирень ботағын киҫеп алып инегеҙ. Пакетҡа һалып,2-3 аҙна һыуытҡыста тоторға, унан һыулы күнәккә ултыртып, һалҡынса урында һаҡларға. Ботаҡтар йылыға яйлап өйрәнергә тейеш. Һуңынан +18,+20 градус температурала тоторға була. Бөрөләре бүртә башлағас, һыуға 1 балғалаҡ шәкәр ҡомо өҫтәргә, ботаҡтарға даими һыу бөркөп торорға кәрәк буласаҡ. Ҡыш уртаһында сирень сәскәһе бүләк итеү шәп бит?!