Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
6 Декабрь 2025, 13:15

Аш содаһын төрлө маҡсатта файҙаланырға була.

Лимон һәм башҡа төрлө емеш-йәшелсәне аш содаһы һалынған һыуҙа йыуһаң, бысрағы һәм тышына һөрткән балауыҙы тиҙ йыуыла.

Аш содаһын төрлө маҡсатта файҙаланырға була.Аш содаһын төрлө маҡсатта файҙаланырға була.
Аш содаһын төрлө маҡсатта файҙаланырға була.

 

Кәбеҫтәне бешергәндә бер литр һыуға бер балғалаҡ сода өҫтәһәң, тәме яҡшыра һәм витамины күберәк һаҡлана. Еләктән ҡайнатма эшләгәндә лә , бер килограмм еләккә семтем сода өҫтәгеҙ, тәме яҡшыра, әселеге кәмей.

Бешергәндә балыҡтың еҫе сыҡмаһын тиһәгеҙ, ике ҡалаҡ сода болғатылған бер литр һыуҙа балыҡты һыуытҡыста бер сәғәт тотоғоҙ. Бешерер алдынан яҡшылап йыуырға онотмағыҙ.

Ит йомшаҡ бешһен тиһәгеҙ сода менән һөртөп өс-биш сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Әлбиттә, бешерер алдынан сайҡатырға онотмағыҙ.

Омлет бешергәндә өс йомортҡаа ярты балғалаҡ сода өҫтәгеҙ, ул йомшаҡ һәм ҡабарып бешә.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас