Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
6 Декабрь 2025, 07:00

Ошондай тәмлекәс табыныңды биҙәһенме?

Өйрәнергә бер ҡасан да һуң түгел, шулай бит? Әйҙә, УРАМА бешереп ҡарайыҡ. Тәмле лә үҙе, табынға ла йәмле була.  

Уны әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ:

✅2 йомортҡа
✅2-3 аш ҡалағы йылы һөт
✅бер семтем ҡамыр йомшартҡыс
✅500 г (2 стакан) иләнгән он
✅300 мл шыйыҡ май, шәкәр пудраһы йәки бал кәрәк.

 Онға яҡшы итеп күпертелгән йомортҡа, йылы һөт, ҡамыр йомшартҡыс һалып баҫабыҙ. Ҡаплап йылы урында ял иттерәбеҙ. Таҫмалап ҡырҡып, түңәрәтеп, сөм һауытта майҙа йөҙҙөрөп кенә бешерәбеҙ. (ураманың формаһын матурлар өсөн магазинда махсус тотҡостар бар хәҙер). Өҫтөн шәкәр пудраһы йәки бал менән биҙәргә була.

Ашығыҙ тәмле булһын! 

һандығым-байлығым төркөмө

Ошондай тәмлекәс табыныңды биҙәһенме?
Ошондай тәмлекәс табыныңды биҙәһенме?
Автор:
Читайте нас