Көнгәк
-15 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
9 Декабрь 2025, 10:04

Сәй эсергә яратаһығыҙмы? Рәхәтләнеп эсегеҙ

Сәй – иң шифалы эселектәрҙең береһе, уның ҡараһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла берҙәй файҙалы.

Сәй эсергә яратаһығыҙмы? Рәхәтләнеп эсегеҙ
Сәй эсергә яратаһығыҙмы? Рәхәтләнеп эсегеҙ
Бер сынаяҡ сәй ҙә физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышып тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Барыһына ла ундағы кофеин сәбәпсе.
Микроэлементтар комплексы (калий, фосфор, тимер, марганец, барий, йод, никель, бор, баҡыр) матдәләр алмашыныуын көйләй, организмдағы күп кенә процестарға ыңғай тәьҫир итә. Мәҫәлән, калий – йөрәк эшмәкәрлеге өсөн файҙалы, фтор тештәрҙе һаҡлай, йод – склерозға ҡаршы тәьҫирле мөһим элемент.
Сәйҙәге матдәләр организмдан токсиндарҙы сығара һәм ҡан тамырҙарын нығыта.
Тиамин фәҡәт сәйҙә һәм бер нисә бәшмәк төрөндә генә осрай. Кофеин менән берлектә мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Ҡайһы бер витаминдарҙың сәй япрағы эшкәрткәндә юҡҡа сығыуы билдәле. Тик был ҡан ойошоуын көйләүсе К витаминына ҡағылмай.
Катехиндар – сәйҙәге иң ҡиммәтле, көслө биоактив берләшмәләр. Улар ҡан тамырҙары тышлыҡсаһын һығылмалы итә, капиллярҙарҙы нығыта, атеросклероз үҫешен тотҡарлай. Өҫтәүенә онҡологик сир хәүефен кәметә.
Автор:
Читайте нас