Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
10 Декабрь 2025, 08:52

Кәбеҫтә тоҙланығыҙмы, әхирәттәр?

Иң тәмлеһе ошо инде! Кетерләп кенә тора.

Кәбеҫтә маринадланым, һауыттың яртыһына төштөк, рецепт яҙырға ваҡыт етмәй. Был ысул менән ул иҫ киткес тәмле килеп сыға. Ике төрлө яһайым. Береһенә ҡыҙыл сөгөлдөр тураным, был матур төҫ бирер өсөн. Кәбеҫтәнең ҡатыһын һайлап алып, һаламлап турарға (шулай матурыраҡ та була). Өс литрлы банкаға 2,5 кг тирәһе кәбеҫтә алына. Терка аша 2 кишер ыуырға, уртаса 1 баш һарымһаҡ  турайбыҙ. 1,5 литр һыу ҡайнатырға, ҡайнап сыҡҡас 3 аш ҡалағы тоҙ, 200 гр шәкәр, 150 г 9 процентлы һеркә һалырға, 1 минут тирәһе ҡайнатырға һәм кәбеҫтә өҫтөнә ҡайнар килеш ҡойорға. Ҡайнап сыҡҡан маринадты кәбеҫтәгә ҡойорға.  Һыуынғас, холодильникта һаҡларға. Ҡыҙыл кәбеҫтә өсөн 1 баш сей сөгөлдөр тураным. 2 сэғәттән әҙер була инде ул. Беҙ оҡшаттыҡ. Һеҙ ҙә әҙерләп ҡарағыҙ.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас