Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
12 Декабрь 2025, 01:30

Иң тәмле кәбеҫтә

Ябай рецепт

Иң тәмле кәбеҫтәИң тәмле кәбеҫтә
Иң тәмле кәбеҫтә

Был салат ҡытырлап тора, хуш еҫ­ле була һәм һәр ваҡыт ашалып бөтә.

Бының өсөн кәрәк:
- кәбеҫтә - 2,5 кг;
- һуған - 0,5 кг;
- төрлө төҫтәге болгар боросо - 0,5 кг;
- кишер - 0,5 кг;
- тоҙ - 2 ҡалаҡ;
- шәкәр - 150 г;
- үҫемлек майы - 200 г;
- 9 процентлы уксус - 200 г.
Әҙерләү:
1. Бөтә йәшелсәләрҙе нәҙек итеп турайбыҙ һәм тоҙ, шәкәр, май һәм уксус өҫтәп ентекләп бутайбыҙ.
3. Ҙур кәстрүлгә һалабыҙ, өҫтән тәрилкә һәм баҫырау ҡуябыҙ.
4. Тәүлек әйләнәһенә йылы урында ҡалдырабыҙ.
5. 24 сәғәттән һуң банкаға һалып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Һөҙөмтәлә иҫ киткес тәмле, һутлы кәбеҫтә килеп сыға, ул байрамға ла, ғә­ҙәти киске ашҡа ла бик яҡшы аш бу­ла. Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас