

Үҙегеҙҙе яҡшы тойоу өсөн даими көсөргәнешле күнекмә менән организмды ғазапларға кәрәкмәй. Ниндәй ҙә булһа әүҙемлек өҫтәү генә кәрәк - иң яҡшыһы - йәйәү йөрөү.
Йәйәү йөрөү һаулыҡ өсөн бер нисә йүнәлеш буйынса файҙалы:
Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығыта.
Ябығырға ярҙам итә.
Мускулдарҙы нығыта.
Күреү һәләтен яҡшырта.
Мейе эшмәкәрлеген нормалләштерә.
Иммунитетты нығыта.
Кәйефте яҡшырта.
Ижади фекерләүҙе үҫтерә.
Хатта ял көндәрендә лә хәрәкәттә бәрәкәт икәнен иҫтә тотоғоҙ! Диванда ятҡанда ла аяғығыҙҙы бер аҙ һелкетеп алығыҙ.