Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
15 Декабрь 2025, 07:00

Мәҡәлдәрҙә - халыҡ аҡылы

Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттан-быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән.

Һөнәрленең ҡулы алтын.
Ҡулың оҫта булһын, һүҙең ҡыҫҡа булһын.
Ҡулы белгән бал ашар.
Сәмле эш - йәмле эш.
Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
Эшһеҙ кеше - көсһөҙ кеше.
Буй эшләмәй, ҡул эшләй.
Эше барҙың ашы бар.
Ҡалған эшкә ҡар яуыр.
Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
Кем эшләмәй, шул ашамай.
Эшләгәнең кешегә, өйрәнгәнең үҙеңә.
Аҙ һөйлә, күп эшлә.
Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
Эшең һәм аҡылың барҙа һаулығыңа үлем булмаҫ.

"Мәҡәл һәм әйтемдәр"

Мәҡәлдәрҙә - халыҡ аҡылы
Мәҡәлдәрҙә - халыҡ аҡылы
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас