

Шул рәүешле ҡатын-ҡыҙҙар араһында осрай торған репродуктив сирҙәр, яман шеш осрағын кәметергә өмөтләнәләр. Былтырҙан шул уҡ диспансеризация программаһы сиктәрендә ата-әсә була алыу һәләтен, нәҫел ҡалдырыу мөмкинлеген тикшерә башланылар. Айырым алғанда, диспансеризация уҙған ҡатын-ҡыҙҙар хәҙер бының өсөн: өҫтәмә рәүештә күкрәк биҙҙәренә УЗИ, енси юл менән күсә торған инфекцияларға тикшереү уҙа. Ир-аттар репродуктив ағзаларына УЗИ яһата. С гепатитына ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла тикшерелеү мәжбүри. Быға тиклем әлеге процедураны стандарт рәүештә врачҡа күренгәндән һуң, тар белгескә юллама алған осраҡта ғына уҙып була ине. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡатын-ҡыҙҙарҙы тағы ла ентекләберәк тикшерергә ҡарар ҡылғандар. Айырым алғанда, гүзәл заттар, алда телгә алған барлыҡ тикшеренеүҙәрҙән тыш, ВПЧ (вирус папилломы человека) анализы һәм ПАП-тест (аналыҡтан бер нисә күҙәнәк алына) та тапшырырға тейеш буласаҡ. ВПС (вирус папилломы человека) аналыҡта яман шеш килеп сығыу ихтималын ике тапҡыр арттыра. Өҫтәмә тикшереүҙәр ярҙамында, алдан хәстәрен күреп, уға ҡаршы вакцина яһатыу мөмкинлеге бар. Әлеге прививканың аналыҡта яман шеш килеп сығыу ҡурҡынысын кәметеү әллә ҡасан дәлилләнгән. Үҫмер осорҙан шундай уҡ вакцина яһауҙы ғәмәлгә индергән илдәрҙә «аналыҡта яман шеш» тигән сир юҡ дәрәжәһендә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 40 йәштән үткән кешеләр генә диспансеризацияны йыл һайын һайын уҙа. 18-39 йәштәгеләр уны элеккесә үк өс йылға бер тапҡыр үтә. Һеҙҙең бөгөнгө йәшегеҙ өскә бүленә икән, тимәк диспансеризация үтер саҡ еткән тигән һүҙ. Диспансеризация уҙа торған йылың түгел икән, профилактик тикшереү уҙһаң була. Ғөмүмән, диспансеризация һәм профилактик тикшереү программалары, йәш һәм енескә бәйле рәүештә, бер-береһенән шаҡтай айырыла.