Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
22 Декабрь 2025, 07:00

Көләһең килһә, ошоно аша

Ғәрәбстан ярымутрауында "көлдөрөүсе сәскә" үҫә.

 Ҡыңғырауҙы хәтерләткән наҙлы ғына был сәскәнең аҡ, һары, алһыу төҫтәре осрай. Һабағы рауза сәскәһе һымаҡ энәле. Эсендә ваҡ ҡына ҡара орлоҡтары бар. Был сәскәне иң "күңелле" үҫемлек тип йөрөтәләр. Әгәр кеше уның бер-ике бөртөк кенә орлоғон ашаһа ла, тыйыла алмайынса, туҡтауһыҙ көлөргә тотона икән.

Бындай хәл 30-50 минут дауам итә. Шунан кеше йоҡоға тала. Шуныһы ҡыҙыҡ: йоҡлап торғас, нимә булғанын бөтөнләй хәтерләмәйҙәр, ти. Урындағы халыҡ был сәскә орлоғон теш һыҙлағанда ла ҡуллана икән.

"Аҡбуҙат" журналы.

Көләһең килһә, ошоно аша
Көләһең килһә, ошоно аша
Автор:
Читайте нас