Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
24 Декабря 2025, 12:05

Куркуманы һайлай беләһегеҙме?

Куркума - былау өсөн сағыу тәмләткес генә түгел,  шешкә ҡаршы һәм көслө антиоксидант тип иҫәпләнә. Ул тәүге ҡарашҡа, һаулыҡ өсөн идеаль продукт кеүек тойола. Әммә баҙарҙа хәүефле ялған продукт һатыуҙары мөмкинлеген иҫтән сығармағыҙ, ул етди зыян килтереүе ихтимал.

Куркуманы һайлай беләһегеҙме?Куркуманы һайлай беләһегеҙме?
Куркуманы һайлай беләһегеҙме?

Намыҫһыҙ етештереүселәр, максималь сағыу төҫ индерер өсөн ҡурғаш хроматытип йөрөтөлгән сәнәғәт пигментын өҫтәй.

 Ҡурғаш хроматы - ауыр металл, организмда туплана, нервы системаһына, бөйөрҙәргә һәм йөрәккә йоғонто яһай. Ул айырыуса балалар өсөн хәүефле. Һаулыҡ өсөн файҙалы әйбер алам тип, йәшерен хәүеф алаһың. Ысын куркума һыуҙа тигеҙ тарала, тулыһынса һыуҙа эремәй, һыу ҙа яйлап һарғылт төҫкә инә. Әгәр һыуҙа  тиҙ һәм сағыу булып эреһә, был буяу өҫтәлгән тигәнде аңлата. Тәмләткестәрҙе ышаныслы тәьмин итеүселәрҙән эҙләгеҙ. Иҫтә тотоғоҙ: сағыу төҫ һәр ваҡыт сифат билдәһе түгел, ҡайһы берҙә был хәүефле ялған билдәһе. Һаулыҡ хаҡы күпкә юғарыраҡ.

Куркуманы һайлай беләһегеҙме?
Куркуманы һайлай беләһегеҙме?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас