Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
26 Декабрь 2025, 08:00

Былар ҡыҙыҡлы.

"Дөйә" тиһәләр үпкәләмәгеҙ.

Былар ҡыҙыҡлы

- «Дөйә» һүҙе ғәрәп телендә «матурлыҡ» тигәнне аңлата. Мең йыл элек Ғәрәбстанда балалар дөйәгә ултырып уҡый торған булғандар. Иң яҡшы уҡыусыларҙы дөйәләрендә урам буйлап маҡтап йөрөткәндәр. Ҡала халҡы балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйлағандар.

- Ҡырмыҫҡалар бер ваҡытта ла йоҡламай.

- Ҡырмыҫҡалар күс менән йәшәй. Бер күстә бер нисә миллион ҡырмыҫҡа булыуы мөмкин. Һәр күстең үҙ еҫе бар.

- Эш ҡырмыҫҡалары, ғәҙәттә 3 йылғаса йәшәй, батшабикәләре 30 йылғаса ғүмер итеүе мөмкин.

- Бер күс ҡырмыҫҡалары башҡа төр ҡырмыҫҡаларҙы әсирлеккә төшөрөп, үҙҙәренә эшләтергә һәләтле.

- Һиндостанда һәм Малайя утрауҙарында сәйер бер ағас үҫә. Уның 25 килограмға еткән емештәре, бойҙайҙан бешерелгән икмәк кеүек үк, крахмалға бик бай. Урындағы халыҡ уларҙы йыйып, йә шул көйө, йә бешереп ашай.
Әгәр ҙә был емеште бер аҙ һалҡын урында тотһаң, әсей. Унан икмәк бешерергә була.

Былар ҡыҙыҡлы.
Былар ҡыҙыҡлы.
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас