Ҡышҡыһын сир эләктереү бер ни түгел, кешегә һалҡын тейеп кенә бара, һөҙөмтәлә тамаҡ ауырта, танау тона, температура күтәрелә, бронхит, астма кеүек башҡа хроник сирҙәр ҙә көсәйә. Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға һуң? Әлбиттә, иң беренсе сиратта йылы кейенеп йөрөргә кәрәк.Сирҙән һаҡланыу һәм ауырыуҙы дауалау буйынса бер нисә кәңәш.
* Ҡоро йүтәлде кишер һуты баҫа. Бының өсөн 1:1 нисбәтендә кишер һуты менән шәкәр сиробын яҡшы итеп бутарға һәм йылы килеш көнөнә 5 – 6 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Балаларға берәр балғалаҡ та етә.
* Бер ҡалаҡ ҡыҙыл көртмәлене бер стакан ҡайнар һыуҙа иҙергә һәм көнөнә сәй урынына 2 – 3 стакан эсергә.
* Ҡара торманы турап, өҫтөнә шәкәр һибергә һәм барлыҡҡа килгән һутты сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә.
* Иҙелгән һарымһаҡты бал менән бутап (1:2), талғын утта йылытырға. Килеп сыҡҡан һутты көнөнә 3 – 4 тапҡыр 2 – 3 ҡалаҡ эсергә.
Бына шулай.Ауырымайыҡ, йәме!
https://shonkar.com/news/novosti/2018-11-23/ysh-y-yuy-ta-auyryu-an-nisek-a-lanyr-a-1500064