Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
1 Ғинуар , 15:00

Ни өсөн индустар куркуманы көн дә ҡуллана?

       

Ни өсөн индустар куркуманы көн дә ҡуллана?Ни өсөн индустар куркуманы көн дә ҡуллана?
Ни өсөн индустар куркуманы көн дә ҡуллана?

Беренсенән: Куркума аҙыҡты оҙаҡ һаҡларға булышлыҡ итә. Элегерәк һыуытҡыстар булмау сәбәпте аҙыҡты оҙаҡ һаҡлап булмаған. Күҙ алдына килтереҙ Һиндостанда йыл әйләнәһенә йәй, эҫе, бешерелгән аҙыҡ тиҙ боҙола, шуға аҙыҡтың аҙыраҡ ғүмерен оҙайтыу өсөн һәр ризыҡҡа ла  куркума ҡушҡандар. Икенсенән: Уның ныҡ файҙалы икәнен дә боронғо кешеләр белгән әлбиттә.  Куркума ҡартайыу процесын кисектерә, организмдағы токсиндарҙы юҡҡа сығара. Йөрәк, бауыр өсөн дә файҙаһы ҙур. Куркума составында куркумин, ул көслө антиоксидант булып һанала, шуға күрә хатта яман сиргә лә ҡаршы тора алыуы билдәле. Тик бының өсөн иртәнсәк торғас ас ҡарынға бер стакан йылы һыуға тулыр-тулмаҫ бер сәй ҡалағы куркума һалып эсергә кәңәш ителә. Әгәр ҙә ошо эсемлеккә бысаҡ осо менән генә ҡара борос ҡушһағыҙ куркуманың файҙаһы тағы ла көсәйә. Һаулығыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулда, сәләмәт булайыҡ.

Автор:Гулькай Габдрашитова 
Читайте нас